Спорт

 Ҡышҡы тәбиғәт ҡосағында ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында йыл һайын саңғы фестивале әүҙем үтә. Ағымдағы йылда ла Үрге Йәркәйҙәге телебашня янындағы саңғы трассаһында район ойошма-предприятиелары араһында муниципаль район хакимиәте башлығы кубогына бәйге ойошторолоп, унда барлығы 13 команда ҡатнашты һәм етеҙлектә үҙ-ара көс һынашты.

Һөҙөмтәләргә килгәндә, бәйгелә «Тәмле» магазины еңеү яулаһа, район мәғариф бүлеге менән  Илеш районының суд приставтары бүлеге икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. Еңеүселәргә Грамоталар, миҙалдар һәм кубок тапшырылды.

 


Коммуналь хеҙмәттәргә һәм торлаҡ бинаға түләүгә субсидия

 1 ғинуарҙан 31 декабргә тиклем ғаиләнең берҙәм килемендә  торлаҡ бинаға һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә граждандарҙың сығымдарының максималь өлөшөнөң республика стандарттары ҡуйылды: күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләргә – 15, пенсия алыусы яңғыҙ граждандарға: 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәргә, 55 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙарға – 18 процент. Башҡа категория граждандарға субсидия 20 процент күләмендә ҡала. Уны оформить итеү өсөн Үрге Йәркәй ауылы, Пушкин урамы, 3-сө йорт адресында урынлашҡан Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең Дүртөйлө ҡалаһы һәм районы буйынса филиалының Илеш районындағы бүлегенә мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Белешмәләр өсөн телефон: 5-16-75.


Шәмбе мәктәбенә рәхим итегеҙ!

 Беренсе класҡа барыу —  балалар  һәм ата-әсәләр өсөн иҫтәлекле ваҡиға. Тәжрибә шуны күрһәтә: сабыйҙарҙың барыһы ла  мәктәп эшмәкәрлегенә еңел генә инеп китмәй. Шуға ла уларҙы әҙерләүгә һуңғы ваҡытта ныҡлы иғтибар бирелә. Нәҡ шул маҡсаттан сығып, район һәм ҡала мәғариф учреждениеларында “Буласаҡ беренсе кластар мәктәбе”, ҡыҫҡаса, “Шәмбе мәктәп”тәре ойошторола. Шул рәүешле, 28 ғинуар көндө 10.00 сәғәттә Үрге Йәркәйҙәге 4-се  урта мәктәп беренсе  класс  уҡыусылары өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ.

Ата-әсәләр иғтибарына шуны еткерәһе килә: беҙҙең учреждение уҙған йылда “Рәсәйҙең 200 иң яҡшы ауыл мәктәбе” исемлегенә инде. Уҡыусыларыбыҙ йыл дауамында республика һәм район бәйгеләрендә призлы урындар яуланы. Беҙҙә балалар төплө белем һәм тәрбиә алһын өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған.

Әйтергә кәрәк, баланы  тәрбиәләүҙә ата-әсә генә түгел, мәктәп тә мөһим роль уйнай. Төплө белем биреү менән бер рәттән тәрбиә мәсьәләләренә лә ҙур урын бирелә. Хөрмәтле ата-әсәләр! “Беренсе класҡа баланы ҡайһы мәктәпкә бирергә?” тигән һорауға яуап эҙләгәндә ошоға ла иғтибар итһәгеҙ ине.

Ниндәй һөнәр һайларға?

Уҡырға ҡайҙа барырға? Ниндәй һөнәр һайларға һуң? Был һорауҙар күптәрҙе борсой. Шул рәүешле, йыл һайын мәктәпте тамамлаусыларға һөнәр һайлағанда дөрөҫ йүнәлеш биреү, ярҙам итеү маҡсатында республиканың төрлө уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашлығында сығарылыш класс уҡыусыларының район слеты үткәрелә.

Быйыл да әлеге күркәм традиция дауам итеп, күптән түгел район мәҙәниәт һарайында республиканың ҡала-райондарының төрлө ВУЗ, СУЗ-дарҙан килгән вәкилдәре район белем биреү учреждениеларының сығарылыш класс уҡыусылары менән осрашты.

Сара һәр уҡыусы өсөн файҙалы булды.  Йәштәрҙе, айырыуса йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу, уларға тейешле хеҙмәт шарттары тыуҙырыу мәсьәләләре - муниципаль район хакимиәтенең һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Шуға күрә уҡыусыларға үҙ юлдарын дөрөҫ һайларға ғына ҡала.


Бронза миҙал эйәләре

Нефтекама ҡалаһында волейбол буйынса БР Мәғариф министрлығы беренселегенә 2004 йылғы йәш үҫмерҙәр араһында Илеш йыйылма командаһы уңышлы сығыш яһаны. Үрге Йәркәйҙәге беренсе балалар-йәш үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уҡытыусы-тренеры Илнур Әхмәтов етәкселегендәге спортсылар командаһы район данын яҡлап, өсөнсө урын яуланы.   


Страница 1 из 281